***Йүткереүҙән йәймәләр ярҙам итә*** -Оҙайлы йүткереү яфалағанда бал йәймәләре менән дауаланһағыҙ, ҡул менән һыпырып алған кеүек булыр. Уларҙың бер зыяны ла юҡ, тын алыу органдары сирҙәрен бик яҡшы дауалайҙар, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин. Бал йәймәләренең бер нисә рецептын тәҡдим итәбеҙ. *Оҙайлы йүткереү яфаланғанда төрлө йәймәләр менән дауаланғанда, ҡул менән һыпырып алған кеүек булыр. *Уларҙың бер зыяны ла юҡ, тын алыу органдары сирҙәрен бик яҡшы дауалайҙар, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин. Бал йәймәләренең бер нисә рецептын тәҡдим итәбеҙ. - Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙҙо ҡушып, бинтҡа һыларға һәм төнгөлөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртән күкрәкте дымлы салфетка менән һөртөп алырға. Ғәҙәттә, тоҙ ғына тороп ҡалыусан. - Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алына. Уларҙы шулай уҡ бергә ҡушып, бинтҡа һыларға һәм күкрәккә бәйләргә. Өс сәғәттән йыуабыҙ. -1 аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм бал ҡушабыҙ. Нәҙек итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ. *Ғәҙәттә үрҙәге рецептарҙы ҡулланғандан һуң бер ике сәғәттән йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була.

Теги других блогов: рецепт йүткереү йәймәләр